Донъяны хис-тойғо аша ҡабул итеүселәр юлы, илаһи тел көсө менән ҡанатланыусылар ере ул нәфис һүҙ. Кемдәр генә ниндәй замандарҙан был донъяның матурлығын һәм әсе ысынбарлығын, серлелеген, төрлө төҫтәр булып балҡыған бер бөтөн һәм бөйөк йыһан күренешен шиғри һүҙгә һалып әйтмәгән дә моңло йыр итеп һуҙмаған. Туралығы менән үткер ҡылыстай уртаға телеүсе лә, күңеле төшкәндәрҙе терелтеүсе лә, моңһоҙға моң, дәртһеҙгә дәрт өҫтәүсе лә ул тылсымлы һүҙ.Йыл һайын республикабыҙҙа шиғри һүҙ оҫталарын бергә йыйған төрлө бәйгеләр ойошторолоп тора. Быйыл шундай сараларҙың береһе, профессиональ булмаған шиғыр оҫталарын йыйған бәйге булараҡ, яңы форматта уҙғарыла.
Ғаилә йылы айҡанлы, Республика халыҡ ижады үҙәге Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә республика йәштәренең “Тере һүҙ” поэтик һүҙ оҫталығы конкурсын үткәрәсәк. Фестиваль республикала һәләтле ижади йәштәрҙе табыу һәм үҫтереү, нәфис һүҙ ярҙамында йәш быуынға эстетик тәрбиә биреү һәм уларҙың ижади һәләттәрен, әүҙем йәшәү рәүешенә ынтылыш үҫтереү, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү һәм туған телде һаҡлау маҡсатында ойошторола.
Конкурс ике этапта башта ситтән тороп, аҙаҡтан 23 февралдә һәм 3-4 мартта Халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ. Унда 15 йәштән алып 21 йәшкәсә һәм 22 – 35 йәшлек ижади һүҙ оҫталарынан әсәй һәм атай, бәхетле бала саҡ, мөхәббәт һәм ғаилә ҡиммәттәренә арналған ижади сығыштары ҡабул ителә.
Конкурс “Поэтик әҫәрҙе художестволы уҡыу”, “Поэтик әҫәрҙе музыкаль уҡыу”, “Үҙ поэтик әҫәреңде художестволы уҡыу”, “Үҙ поэтик әҫәреңде музыкаль уҡыу” номинацияларында була. Сарала ҡатнашырға теләгән кешеләр 23 февралгә тиклем анкета тултырып, Халыҡ ижады үҙәгенең
[email protected] адресына ебәрә ала. Тулыраҡ мәғлүмәтте уның рәсми сайтынан йәки 8 (347) 272-86-61 телефонына Гөлсәсәк Зариповаға мөрәжәғәт итеп, алырға мөмкин.