Артурҙың 500 мең һум отҡаны16.02.2018
Артурҙың 500 мең һум отҡаныӨфөнән Артур Шәйхәтәров “УМНИК-Капитандар” Бөтә Рәсәй консурсында еңеүселәр тиҫтәһенә инде. “LifeFeel” (йәшәү хисе) – 42-се лицейҙың ХI класс уҡыусыһы үҙенең ҡушымтаһына ошондай исем биргән. Ул эшләгән махсус программа һуҡыр-һаңғырау балаларға үҙ-ара, шулай уҡ башҡа кешеләр менән аралашыу мөмкинлеген бирә. Был проект Инновацияларға ярҙам фондының “УМНИК-Капитандар” конкурсында еңеп сыҡты һәм 500 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды.

– Әле һуҡыр-һаңғырау кешеләрҙең аралашыу алымы камил түгел, бының өсөн уларға дактиль әлифбаны өйрәнергә, әңгәмәсенең мотлаҡ эргәһендә булырға кәрәк. “LifeFeel” ҡушымтаһы бик уңайлы: әңгәмәсегә смартфонға хәбәрҙе яҙыу етә, программа уны Морзе әлифбаһы ярҙамында күсереп яҙа һәм вибрация рәүешендә тәғәйен кешегә тапшыра, – тине Артур Шәйхәтәров.
Үҫмер әйтеүенсә, был идея өс йыл элек һуҡыр-һаңғырау кешеләр менән аралашҡанда тыуған. Көндәлек тормошта уларға бик ҡыйын икәнлеген аңлаған Артур проблеманы хәл итеү юлын эҙләй башлай.
Артурҙың 500 мең һум отҡаны– Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһындағы ошондай кешеләр өсөн ойошторолған сараларға йөрөй башланым. Унда бик күп ҡыҙыҡлы кешеләр менән аралаштым. Һәр береһенең үҙенә генә хас тетрәндергес яҙмышы. Таныш ҡыҙҙарҙың береһе бала саҡтан күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Ата-әсәһе менән үҙенсәлекле аралаша – ҡулын уларҙың тамағына йәки күмәгәйенә ҡуя һәм, тауыш тирбәлеүен тойоп, әйткәндәрен аңлай. Шул уҡ ваҡытта уның интернет селтәренә сыҡҡыһы, төрлө төбәктәрҙәге тиҫтерҙәре менән аралашҡыһы килә, – тине Артур.
Программалар менән мауығыу һөҙөмтәһендә смартфон йәки аҡыллы сәғәт өсөн ҡушымта төҙөү теләге тыуа. Ә уның эшләү принцибын кино әйтеп бирә. Артур әйтеүенсә, Кристофер Ноландың “Интерстеллар” фильмында геройҙарҙың Морзе әлифбаһы ярҙамында аралашыуы ҡушымтаның эш алымын асып биргән дә инде.
Үҫмер үҙенең проекты менән башта конкурстың финалсылары иҫәбенә, артабан еңеүселәр тиҫтәһенә инә. Грант аҡсаһын ул проектын үҫтереүгә тотонорға ниәтләй. Мәктәпте тамамлағас, Артур юғары уҡыу йортондағы информатика факультетына уҡырға инергә һәм бөтә донъяла һуҡыр-һаңғырау кешеләр өсөн үҙәкләштерелгән аралашыу алымын уйлап табырға теләй.



Вернуться назад