Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа 1078 объектта видеокүҙәтеү алып барыла. Улар иҫәбендә 69 территориаль һайлау комиссияһы ла бар.
Камералар 17 мартта эш башлай һәм 19 мартта бөтә ил биләмәһендә тауыштар тулыһынса иҫәпләнгәс кенә туҡтатыла. Һайлау көнөндә комиссия сайтында теркәлеп, үҙең теләгән участкала тауыш биреү барышын күҙәтергә мөмкин. Видеокүҙәтеү бөтә республикала алып барыла. Камералар Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта айырыуса күп буласаҡ.
Йомғаҡлау документтары ҡабул ителгән комиссиялар бинаһында видеокүҙәтеү тәүге тапҡыр ойошторола. Территориаль һайлау комиссияларында камералар 18 мартта киске сәғәт 8-ҙән эшләй башлай һәм документтар ҡабул ителеп бөткәс кенә һүндерелә. Был участка комиссиялары протоколдарын ҡабул итеүҙе күҙәтеү мөмкинлеген бирәсәк.