Европаға – тәжрибә уртаҡлашырға14.02.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Страсбургта Европа Советының урындағы һәм төбәк власы конгресындағы Мониторинг комитеты ултырышында ҡатнаша.

Көн тәртибенә урындағы һәм төбәк кимәлендә кеше хоҡуҡтарын үтәү, Европалағы демократия, былтыр көҙ Грузиялағы һәм Македония­лағы муниципаль һайлауҙы күҙәтеү йомғаҡтары кеүек темалар индерелгән.
– Осрашыуҙа кеше хоҡуҡ­тарын үтәү, Европа дәүләт­тәрендә һайлауҙың асыҡлығын һәм ғәҙеллеген тәьмин итеү, демократия мәсьәләләре төп тема буласаҡ, – тине Константин Толкачев. – Проблеманы Андорра, Монако, Лихтенштейн, Сан-Марино, Латвия, Молдова, Литва, Македония, Грузия кеүек илдәр миҫалында тикшереү күҙаллана. Күреүе­беҙсә, Көнбайыш Европа илдә­ре һәм Совет осоронан һуң ҡалған киңлек был исемлектә ҙур урын биләй. Беҙҙең бурыс – сәйәси хәлгә баһа биреү, ыңғай тәжрибәне өйрәнеү, кире тенденциялар булған осраҡта, уларҙың сәбәбен асыҡлау һәм хәлде тотороҡландырыу сара­һын тәҡдим итеү.
Константин Толкачев ултырышта Украиналағы ваҡиға­лар­ҙың айырым тикшереләсәге хаҡында ла әйтте.
Комитет ағзалары 2018 – 2019 йылдарға эш планын раҫ­лаясаҡ.


Вернуться назад