Ихаталар матурайыр14.02.2018
Быйыл республикалағы 13 ҡала округында урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән ихата биләмәләрен төҙөкләндереү проекттары тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында ошо туралағы ҡарар проекты хупланды. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин белдереүенсә, былтыр Өфөлә урындағы башланғыстар буйынса күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән тәжрибә проекты ғәмәлгә ашырылғайны. Халыҡтың әүҙемлеген, программаға булған ҡыҙыҡһыныуҙы иҫәпкә алып, ошо ысулды киңәйтергә ҡарар ителде. Проектты урындағы бюджеттан, республика ҡаҙнаһынан финанслау, шулай уҡ халыҡтан йыйылған аҡса иҫәбенә ғәмәлгә ашырыу күҙаллана.
Биләмә хакимиәттәренә ихаталарҙы төҙөкләндереү проекттарын конкурс нигеҙендә һайлап алыу тәртибен төҙөргә һәм раҫларға тәҡдим ителде. Конкурсты 1 апрелгә тиклем үткәрергә, унан һуң проекттар исемлеген үҙ эсенә алған муниципаль программаларҙы раҫларға кәрәк.