Башҡортостанда Рәсәй президентлығына кандидаттар һәм уларҙы тәҡдим иткән сәйәси партиялар өсөн бушлай эфир ваҡыты бүленде. Йәрәбә һалыу сараһын төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев асты. Ул һайлау кампанияһының сираттағы этабы, киң мәғлүмәт сараларында агитация үткәреү ҡағиҙәләре тураһында һөйләне. Түләүһеҙ ваҡыт теркәлгән һигеҙ кандидат һәм уларҙы тәҡдим иткән ете сәйәси партия араһында бүленде.
– Телерадиоканалдарҙың һәр ҡайһыһына агитация үткәреү өсөн 510 минут бүленә. Рәсәй президентын һайлауҙа түләүһеҙ агитация осоро 19 февралдә башлана һәм 16 мартҡа тиклем дауам итә. Эфир ваҡытының яртыһы кандидаттарға берлектәге агитация саралары, мәҫәлән, дебаттар өсөн, өстән бере кандидаттарҙы тәҡдим иткән сәйәси партияларға агитация материалдарын урынлаштырыуға, ҡалған өлөшө һайлау алды агитация роликтарын урынлаштырыу өсөн туранан-тура кандидаттарға бирелә, – тине “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының баш юрисконсульты.
Һәр кандидат берлектәге агитация сараһынан баш тарта ала. Әммә бүтән кандидаттарға эфир ваҡыты кәметелмәй, баш тартыусының ваҡыты ошо сарала ҡатнашыусылар араһында ҡайтанан бүленә.