Һаҡ булығыҙ: сусҡа киҙеүе!14.02.2018
Башҡортостанда балалар һәм өлкәндәр араһында грипп, ОРВИ менән сирлеләр арта бара. 5 – 11 февралдә 26 мең кешегә “киҫкен респиратор вируслы инфекция” диагнозы ҡуйылған. Ауырығандарҙың 70 процентын балалар тәшкил итә.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлү­мәтенә ҡарағанда, әле республика киҙеү буйынса эпидемия сигенә килеп еткән. 29 ғинуарҙан 4 февралгә тиклем ОРВИ ме­нән 20 600 кеше, киҙеү менән дүрт кеше сирләһә, уҙған аҙнала был күрһәткес бай­таҡҡа артып киткән. Тағы ла дүрт кешелә сусҡа киҙеүе асыҡланған.


Вернуться назад