Тәбиғәт ул – һин, мин, беҙ14.02.2018
Башҡортостандың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры Илдар Һаҙыев былтырғы Экология йылын йомғаҡлауға арналған матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Унда һүҙ йыл һөҙөмтәләре тураһында ғына түгел, ә был ойошманың күп йүнәлештәге эшмәкәрлеге һәм кешенең тәбиғәт менән мөнәсәбәте хаҡында ла барҙы.

– Экология йылы барлыҡ йәмәғәтсе­лек өсөн һәр яҡтан да мөһим булды. Беҙҙең бурыс – тирә-яҡ мөхиттең бөгөнгө хәле тураһында халыҡҡа дөрөҫ мәғлү­мәт биреп тороу, – тине Илдар Рим улы. – Был мәғлүмәтте үҙен экология буйынса ҙур белгес итеп танытҡан төрлө сәйәсмән­дәрҙән түгел, ә тап беҙҙең министрлыҡ аша алыу маҡсатҡа ярашлыраҡ.
Бер йыл эсендә, тәбиғи, экологик проблемаларҙы аҙағынаса хәл итеп бөтөрөү мөмкин түгел. “Ер йөҙөндә халыҡ һаны һәм етештереү тиҙлеге арта барған шарттарҙа был мәсьә­ләне хәл итеү менән даими шөғөлләнергә кәрәк”, – тигән фекер яңғы­раны журналистар менән экологтар әңгәмәһендә. Хәте­регеҙ­ҙәлер, 2013 йыл да Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы булғай­ны, ә былтырғыһы төрлө яңы технологиялар – контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген йәнлән­дереү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тарын йыйыуҙы үҙгәртеү һәм башҡа ысулдар – индереү менән айырылып торҙо. Уларҙың тәүгеһе “Башнефть”, “Газпромнефтехим Салауат” кеүек ҙур предприятиеларҙың эшмә­кәрлегендә тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәтте даими иғтибар үҙә­гендә тотоуға ҡағылһа, икенсе­һенең уңышы йәмғиәттәге мәҙәни кимәлдең үҫешенә ҡайтып ҡала.
Бөгөн кешенең йәшәү рәүешен тәбиғәт ҡанундарынан ситләштер­мәү өсөн ниндәй көрәш барыуы тураһындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.



Вернуться назад