Үҙәк һайлау комиссияһы быйыл мартта Рәсәй Президентын һайлау өсөн һайлау бюллетене тексын раҫланы. Унда кандидаттарҙың алфавит тәртибендә һигеҙ фамилияһы инде. Документтың өҫкө өлөшөндә уны тултырыу тәртибе аңлатыла.Һәр фамилия ҡаршыһында кандидаттың тыуған йылы, йәшәгән урыны, биләгән вазифаһы һәм тәҡдим итеү субъекты (партиянанмы йәки үҙ-үҙен күрһәткәнме) билдәләнә. Үҙәк һайлау комиссияһынан белдереүҙәренсә, сит илдәге, шул иҫәптән Байконур биләмәһендәге участкаларҙа тауыш биреү өсөн бюллетендәр 16 февралгә тиклем әҙер булырға һәм алынырға тейеш.