Өфөлә – рәссам һәйкәле09.02.2018
Өфөлә – рәссам һәйкәлеБаш ҡалала СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы Әхмәт Лотфуллинға һәйкәл ҡуйыла. Ошо көндәрҙә күренекле башҡорт рәссамының тыуыуына 90 йыл тулды.
Һәйкәлде Пушкин урамында, рәс­сам ҡасандыр тамамлаған Өфө сән­ғәт училищеһы эргәһен­дә урын­лаш­тырыу ҡарала. Баш­ҡортостан Мил­ли музейы­ның генераль директоры Ғәли Вәли­ул­лин әйтеүенсә, уның проекты бар. Ав­торы – таныл­ған скульптор, Рәсәй Федерация­һы­ның ха­лыҡ рәс­самы, Мостай Кәрим һәй­кәленең авторы Андрей Ковальчук.
Рәссамды ултырған килеш, эш өҫ­төн­дә һынландырырға ниәт­ләй­ҙәр. Һәйкәл республика Башлығы­ның ту­ғыҙ миллион һумлыҡ гран­тына әҙер­ләнә.
Әхмәт Лотфуллин (1928 – 2007) – ҙур танылыу яулаған “Өс ҡатын” картинаһы, башҡорт хал­ҡының тарихын һәм хәҙерге­һен сағылдырған “Тыуған ил менән хушлашыу. Салауат”, “Ауылда байрам. 1930 йылдар”, “Фронтҡа оҙатыу”, “Хушлашыу”, “Кө­төү. 1941 йыл”, “Дирижер Г. Мота­лов­тың портреты”, “БАССР-ҙың ха­лыҡ шағиры М. Кәримдең порт­ре­ты” кеүек әҫәрҙәр авторы. ХХ быуаттың икенсе яртыһында ул Башҡортостанда һын­лы сән­ғәт үҫешенә тос өлөш ин­дерә. Рәссамдың картиналары Дәү­ләт рус музейында, Өфөләге М.В. Нес­теров исемендәге Художество музейында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.



Вернуться назад