Күптән түгел Йәрмәкәй районының Яңы Турай ауылында II класта уҡыған ике бала тюбингта шыуырға китә. Йылға эргәһенән үткәндә малайҙарҙың береһе боҙ өҫтөнә баҫа һәм, уның ныҡлығын тикшермәксе булып, һикерә башлай.– Көтмәгәндә боҙ ярылып, малай һыуға төшөп китә, бата башлай. Ҡысҡырған тауышты ишетеп, Фәдис Сәлимгәрәев ярҙамға килә, баланы һыуҙан һөйрәп сығара. Бергәләп улар Фәдистең өләсәһенә юлланалар. Малайҙың кейемен алмаштырып, йылытҡандан һуң, ата-әсәһенә хәбәр итәләр, – тине Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәткәре Елена Мәүлетова.
– Балаларҙың ғүмере өсөн хәүефләндем. Бер аҙ тынысланғас, улым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо биләп алды. Фәдис – өс улымдың иң кесеһе. Уның киләсәктә табип булыуын теләйбеҙ. Тик ул әлеге ваҡиғаға тиклем үк ҡотҡарыусы һөнәрен һайларға теләй ине, – тине Гөлназ Сәлимгәрәева.
Бәләбәй ҡалаһынан һигеҙ йәшлек батыр насар күргәндәр өсөн коррекция мәктәбендә уҡый.
– Фәдис – өлгөлө уҡыусы, дәрестә яуап бирергә тырыша, әҫәрҙәрҙе ҡысҡырып уҡырға ярата. Ҡушылған эште ҙур теләк менән башҡара, класс һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Дуҫтары менән ихлас аралаша, ярҙамсыл, – тине мәктәп етәкселеге ҡыйыу малай тураһында.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Фәдис Сәлимгәрев ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге өсөн министрлыҡтың “Һыуҙа һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн” отличие билдәһе менән бүләкләүгә тәҡдим ителгән.