Матурлыҡ ҡорбан талап итә...07.02.2018
Матурлыҡ ҡорбан талап итә...“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы былтыр косметология ойошмаларына ҡағылған 80-дән ашыу ялыуҙы тикшерҙе. Нигеҙҙә улар хеҙмәттәрҙең һәм тауарҙарҙың мәжбүри һатылыуына бәйле.


Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса суд­тар ҡулланыусылар файҙаһына 6,2 миллион һум күләмендә компенсация түләү хаҡында ҡарар сығарған. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер килешеүҙәр судҡа тиклем үк тарҡатылған, ҡулланыусыларға 353 мең һумдан ашыу аҡса кире ҡайтарылған.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, граждандар “Элефант”, “Алтын ҡояш”, “Ҡояш йорто”, “Дауалау-һауыҡтырыу комплексы”, “Идеал”, “Идиллия”, “Корпорейшн Бьюти Хэлфи лимитед Илия Идишн”, “Сәләмәтлек үҙәге” кеүек ойошмаларға ялыу иткән. Ғаризаларҙа йыш ҡына косметологтарҙың компетентһыҙлығы, ойошманың медицина эшмәкәрлегенә лицензияһы булмауы билдәләнә. Күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең хаҡы иһә йыш ҡына 100 мең һумдан ашыу тәшкил иткән. Көсләп тағылған хеҙмәт өсөн клиенттарға кредит алырға тура килгән.


Вернуться назад