Хаҡлыҡ тантана итәсәк07.02.2018
Хаҡлыҡ тантана итәсәкАрҙаҡлы шәхестәре менән дан тотҡан Ҡырмыҫҡалы районында илһөйәрлек тәрбиәһе аҙналығы башланды. Сара легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылында асылды. Геройҙың исемен йөрөткән урта мәктәпкә Башҡортостандың Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары – башҡарма директоры Леонид Соколов етәкселегендәге делегацияның нәҡ совет һалдаттарының Сталинград һуғышында еңеү көнөндә килеүе осраҡлы түгел ине.

Ҡунаҡтарға “Ҡырмыҫҡалы райо­нының билдәле тарихи-мәҙәни урындары” тигән экскурсия ойошторолдо, артабан улар Мәңгелек ут мемориалы янындағы батырҙың һәйкәленә сәскәләр һалды. Ә белем усағында иһә егет һәм ҡыҙҙар ҡаһармандарға арналған әҙәби-художество композиция күрһәтте. Тарих уҡытыусыһы Валентина Моратшина музейға экскурсияға алып барҙы, шулай уҡ күргәҙмәләр залында Миңлеғәле Минһажетдин улы тураһында кинофильм ҡаранылар.
Шайморатов исемендәге мәктәптә Башҡортостандың Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһе хәрби-тарихи комиссияның рәйесе Рифғәт Денисламов, йәмәғәтселәр Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен биреүҙе ҡайтанан юллау өсөн ҡултамғалар йыйыу акцияһын башлап тора, тигән шатлыҡлы мәғлүмәт еткерҙе.
– Билдәле булыуынса, быға хәтлем дә ошо тәңгәлдә күләмле эштәр алып барылғайны. Үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ был акцияны февраль һуҙымында тамам­ларға тейеш. Быйыл 23 февралдә батырҙың вафатына 75 йыл тула, шул датаға бәйләргә уйлайбыҙ уны. Тарихи дөрөҫлөктө талап итеү – төп маҡсат, – тине ул.
Шул иғтибарға лайыҡ, батырҙың даны ҡайҙа ғына таралмаған! Башҡорт­остан Республикаһының “Хәрби хәрә­кәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәповтың инициативаһы буйынса рәттән бер нисә йыл генерал Шайморатовҡа Герой исемен биреү ниәтендә Башҡортостан һәм Луганск республикаларында ҡултамғалар йыйыу ойошторолдо. Улай ғына ла түгел, Луганск Республикаһы Краснолучинский районы Петровское ҡалаһының 22-се урта мәктәбенә 2016 йылда Миңлеғәле Шайморатовтың исеме бирелде.
Батыр – халыҡ йөрәгендә, тибеҙ. Хаҡлыҡ тантана итеренә ышаныс көслө. Миңлеғәле Шайморатов Герой исемен йөрөтөргә тейеш!



Вернуться назад