Киҙеү һағалай07.02.2018
Киҙеү һағалайКиҙеү йоҡтороу осраҡтары республикала үткән аҙна аҙағында теркәлә башланы. Сирлеләрҙә А1 һәм Б вирусы штамдары асыҡланды.

Быйылғы миҙгелдә төбәктә халыҡтың 41,8 проценты, йәки 1,7 миллиондан ашыу кеше киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан. 2016 йылда иһә был күрһәткес 39,7 процент ине.
Вакцинанан баш тартҡан кешеләрҙең күбеһе уның тулы гарантия бирмәүенә һылтана. Шул уҡ ваҡытта белгестәр раҫлауынса, прививка 100 процент гарантия бирмәһә лә, киҙеүҙән һуң һаулыҡтың ҡаҡшауына юл ҡуймай. Кеше сирләп китһә лә, киҙеүҙе тиҙерәк һәм еңелерәк үткәрә.
Уҙған аҙнала республикала ОРВИ диагнозы 20 меңдән ашыу кешегә ҡуйылған, шуларҙың 5,8 меңе — Өфөлә. Шуға күрә сирләй башлау менән кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Һалҡын тейеүҙе гриптан нисек айырырға һуң? Киҫкен респиратор вируслы инфекция, ғәҙәттә, әкренләп башлана, ә грипп йоҡҡанда тән тем­ператураһы бер нисә сәғәт эсендә 39—40 градусҡа етә. Уның өс-дүрт көн түбәнәймәүе ихтимал. Башҡа үҙен­сәлектәре — өшөү, тирләү, баш ауыртыуы, яҡтылыҡҡа ҡарай алмау, баш әйләнеү, мускулдар, быуындар һыҙлауы, хәлһеҙлек, күҙ ҡыҙарыу. ОРВИ менән ауырығанда тымаулау, тамаҡтың ҡыҙарыуы һәм ауыртыуы, йыш сөскөрөү, сәсәү күҙәтелә.


Вернуться назад