Ғаилә йылының иң яҡшы эмблемаһына иғлан ителгән республика конкурсында Өфөнән Владислав Әхмәтов еңеүсе тип танылды. Уның эшен Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына тапшырылған 78 эмблема араһынан һайлап алдылар. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, министрлыҡ баһалама комиссияһы ағзалары менән берлектә конкурс тураһындағы положениеға ярашлы критерийҙарға тап килмәгән 51 эмблеманы бәйгелә ҡатнашыуға индермәне. Ҡалған 27 эш конкурс комиссияһы ултырышында ҡаралды.
Өфөнән 29 йәшлек дизайнер Владислав Әхмәтов үҙенең эшендә ҡусҡар рәүешендәге башҡорт орнаментын нигеҙ итеп алған һәм уны ишле ғаиләне стилләштереүҙә файҙаланған.
— Эмблемала һауығыуҙы, тойомлауҙы, йомартлыҡты, бойондороҡһоҙлоҡто, ижадты, ышанысты, аралашыуҙы һәм һөйөүҙе сағылдырған фирүзә төҫөн файҙаландым. Был сағыу төҫ берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, кире тойғолар тыуҙырмай, — тине Владислав Әхмәтов үҙенең хеҙмәте хаҡында.