Ҡайҙа эшкә барырға?06.02.2018
Мәғариф системаһында белгестәр әҙерләү мәсьәләһе яңы ҡараш талап итә. Уҡыу йорттарының да төп маҡсаты хеҙмәт баҙарында кәрәк булған һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләүгә күсеү, компетенциялы эшсе кадрҙар менән тәьмин итеү булырға тейеш.
Ауыл хужалығы министрлығы иһә тармаҡ­ты кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен бо­йомға ашырыу эшен башланы ла инде. Яңыраҡ “Рус игене Өфө” холдингында рес­пуб­ликаның Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан дәүләт аграр университеты, Аксен агросәнәғәт колледжы, Башҡорт агросәнәғәт колледжы ара­һында хеҙмәттәшлек тураһын­да килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, студенттар был холдингта практика үтәсәк, эшкә урынлашыу мөмкинлеге аласаҡ, ә уҡыу йорттары предприятиеға бел­гестәр әҙерләйәсәк.
Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева белдереүенсә, әлеге ва­ҡыт­та төбәк ауыл хужалығы предприятиела­ры белгес­тәргә ҡытлыҡ кисерә, шуға ла ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында эш биреүсе менән уҡыу йорттары бергәләп эшләргә тейеш. Ведомство яңы проектты бо­йомға ашыра башлаған. “Рус игене Өфө” менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, хәҙер уҡыу йорттары кадр­ҙарҙы предприятиеға маҡсатлы әҙерлә­йәсәк. Киләсәктә сусҡасы­лыҡ, үҫемлекселек кеүек башҡа йүнәлештәр буйынса ла белгестәр әҙерләү дауам итәсәк.
Холдингта 2800 кеше эшләй, әммә әле лә унда эшселәргә ҡытлыҡ бар. “Күп кенә йәштәр беҙҙең производство менән яҡындан таныш түгел, шуға ла эшкә килергә ынтылып бармай. Әгәр ҙә студент саҡтан күреп, маҡ­сатлы уҡы­һалар, был отошло буласаҡ. Әле предприя­тиеға етештереү буйынса төрлө йүнәлештәге һөнәр эйәләре талап ителә. Хәҙер биотехнология, мәғлүмәт технологиялары тиҙ үҫешә бит”, – ти предприятие­ның генераль директоры Максим Степнов.


Вернуться назад