Урынбаҫар ҙа яуап тотасаҡ06.02.2018
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары “Коррупцияға ҡаршы эш итеү тураһында”ғы Федераль закондың 8-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы һәм “Коррупцияға ҡаршы эш итеү маҡсатында Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 43-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы федераль закон проекттарын Дәүләт Думаһына тәҡдим итергә ниәтләй.

Үҙгәрештәрҙең асылы дәүләт һәм муниципаль учреждениелар етәкселәре урын­баҫарҙарына йыл һайын үҙенең һәм хәләл ефетенең, бәлиғ булмаған балаларының килеме, сығымы һәм мөлкәт рәүешендәге йөклә­мәләре тураһында мәғлүмәт биреү бурысын йөкмәтеүгә ҡайтып ҡала.
— Дәүләт һәм муниципаль учреждениелар етәкселәре өсөн ҡануниәттә бындай бурыс күптән билдәләнгән, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Дәүләт учреждениеларының етәксе урынбаҫарҙарына ла статусына бәйле коррупция хәүефе янауы ихтимал. Улар йыш ҡына аҡса һәм мөлкәт бүлеүҙә туранан-тура ҡатнаша. Бынан тыш, етәксе булмағанда, мә­ҫә­лән, ул ялда саҡта, урынбаҫар учреж­дениеға етәкселек итә. Шуға күрә килем тураһында отчет биреү бурысын уларға ла йөкмәтеүҙе дөрөҫ тип иҫәпләйбеҙ.
Ошо көндәрҙә закон сығарыу башланғыс­тары Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре комитеты тарафынан хуп­ланды. Республика парламенты уларҙы ки­ләһе пленар ултырышта тикшерер тип күҙаллана. Дәүләт Думаһы депутаттары Башҡортостан парламентының башланғысын хуплаһа, яңы закондар 2019 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инәсәк, ә дәүләт һәм муниципаль учреждениелар етәкселәренең урынбаҫарҙары 2018 йылғы килеме өсөн мәғлүмәт тапшырасаҡ.
Константин Толкачев әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта Башҡортостан парламенты корруп­цияға ҡаршы йүнәлтелгән бер нисә закон башланғысын тәҡдим итте, мәҫәлән, “Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына коррупцияға ҡаршы эш итеү мәсьәләләре буйынса үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы федераль закон проектын. Унда дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелары етәкселәренә, уларҙың хәләл ефетенә һәм бәлиғ булмаған балаларына сит ил банктарында аҡса, башҡа ҡиммәттәр һаҡлауҙы, сит ил ҡиммәтле ҡағыҙҙарына хужа булыуҙы һәм уларҙы файҙаланыуҙы тыйыу тәҡдим ителде.


Вернуться назад