Ирекмәнлек – күңел талабы06.02.2018
Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән быйыл Ирекмән йылы иғлан ителде. Ошо уңайҙан илебеҙҙең төрлө ҡалаларында мәҙәни саралар уҙғарыла.
Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙансыҡта ла Ирекмән йылына бағышланған концерт үтте. Көндөң бер аҙ болоҡһоп тороуы ла был йәмле байрам сараһына ҡамасауламаны. Уны ойоштороусылар – Тимур Ғәҙелшин етәкләгән ирекмәндәр төркөмө вәкилдәре әйтеүенсә, үҙ теләктәре менән һәр яҡтан ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер йәштәргә һәм ололарға һауа торошо ла теләктәшлек күрһәтте.
Майҙанға йыйылған республиканың төрлө төбәктәренән меңләгән ирекмәнде һәм баш ҡала халҡын Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев ҡотланы.
Сараға сәхнә йондоҙҙары – “Арғымаҡ”, “Каруанһарай”, “Light Again” төркөмдәре, Zainetdin проекты, Екатерина Ямщикова, Фирүзә Париж йәм һәм рух өҫтәне, уларҙың һәм башҡа сығыш яһаусыларҙың йырлы сәләмдәре тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелде. Байрам барышында майҙандағы халыҡ араһында төрлө бүләктәр уйнатылды.
Ярҙам итеү, ярҙам ҡулы һуҙыу – кешелеклелек сифатының иң тәүгеһе. Теләге булған һәр кем ирекмән рәүешендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙа һәм был донъяны башҡарған яҡшы эштәре менән йәмләй ала тигән фекерҙе белдерҙе был көндә байрамға йыйылған кешеләр.
Р. МӨҘӘРИСОВА.