Һайлаусыларға мәғлүмәт еткереү, 2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау осоронда граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙы һәм яҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы 5 февралдән 18 мартҡа тиклем күп каналлы 8 800 347 5454 телефоны буйынса һайлаусылар менән “ҡыҙыу элемтә” ойоштора.
“Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы ҡыҙыу элемтәһе”нең эш ваҡыты:
5 февралдән 16 мартҡа тиклем эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан төшкө 1-гә тиклем, сәғәт 2-нән киске 6-ға тиклем;
17 мартта – иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем;
18 мартта – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем.
Һорауҙарға Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзалары һәм Аппарат хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.