Мигранттар ҡайтыуға юл тотто02.02.2018
Былтыр Башҡортостандағы суд приставтары 655 сит ил гражданын тыуған яғына оҙатты. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, уларҙы мәжбүри ҡайтарып ебәреүҙең сәбәбе – мигранттарҙың илебеҙҙә йәшәү шарттарын үтәмәүе.

Үзбәкстан, Тажикстан, Азербайжан кешеләре Рәсәйҙә йәшәү тәртибен йыш боҙа. Тыуған яҡтарына оҙатылғандар араһында шулай уҡ Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Төркиә, Вьетнам һәм ҡайһы бер башҡа илдәр граждандары ла бар. Быйыл ғинуарҙа иһә 18 Үзбәкстан һәм Тажикстан кешеһе ҡайтарып ебәрелде.


Вернуться назад