Йәштәр тауыш бирһен өсөн…02.02.2018
Йәштәр тауыш бирһен өсөн…Башҡортостан сту­дент­тары үҙҙәре бул­ған ерҙә тауыш бирә ала.
2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Фе­де­ра­цияһы Президентын һайлауҙа ҡатнашасаҡ кеше­ләрҙең күбеһе – йәш­тәр. Ҡайһы бе­рәүҙәр башҡа ҡала­ларҙа уҡығанға күрә теркәлгән урынында тауыш бирә алмаясаҡ.
Студенттар өсөн махсус анимация ролигы әҙерләнде. Унда инфографика элементтары ҡулланылған заманса клипта һайлау осоронда үҙең булған ерҙә тауыш биреү тәртибе хаҡында һөйләнелә, тип хәбәр иттеләр республика Үҙәк һайлау комиссияһында.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт-белешмә үҙәге белгестәре 8-800-707-2018 телефоны буйынса бөтә һорауҙарға яуап бирергә әҙер.


Вернуться назад