Һөйләшеү ваҡытлы02.02.2018
Февраль башы булыуына ҡарамаҫтан, көн торошо март аҙағын хәтерләтеп тә ҡуйҙы. Салт аяҙ, ҡояш йылы нурҙарын йәлләмәне, шул уҡ ваҡытта яуым-төшөмдөң әҙлеге лә үҙен һиҙҙертте. Ярай әле кисә әҙме-күпме ҡар яуып ҡыуандырҙы. Һауа торошо тигәндән, нәҡ ошо ваҡытта “2017 йылда Башҡортостан Республикаһында агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлеге йомғаҡтары тураһында һәм 2018 йылға төп бурыс­тар” тигән республика кимәлендә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек буйынса кәңәшмәнең үтеүе осраҡлы түгел. Ысынлап та, тиҙҙән агросәнәғәт комплексы эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу осор башланасаҡ бит.

– Йыл һайын февраль баштарында үткән йылға йомғаҡ яһайбыҙ, киләсәккә маҡсаттар билдәләйбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Ваҡыт әҙ ҡалып бара, шуға күрә лә фекер алышыу урынлы, бигерәк тә ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында. Һөйләшеүгә район хакимиәте башлыҡтарынан тыш, ғалимдарҙы ла саҡырыу тиккә түгел.
Рөстәм Зәки улы белдереүенсә, дөйөм алғанда, йыл уңышлы тамамланған, һәр кемдә эш кәйефе һиҙелә. Рәсәй Президенты эш сәфәре менән Өфөгә килгәндә республика­быҙҙағы ыңғай хәл-торош тураһында айырым әйткән. Ил етәксеһе Өфө моторҙар эшләү производство берек­мәһендә халыҡ менән осрашҡанда социаль мәсьәләләр, иҡтисади үҫеш, хеҙмәт етештереүсәнлеге кеүек һәм бүтән төп бурыстарҙы билдәләгән.
Республика Башлығы ауыл хужа­лығы тармағында хеҙмәт етештереү­сәнлегенең күтәрелеүен, хатта уның уртаса алғанда ил күләменән юғарылығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ауыл хужалығы кооперативтары тәңгәлендә илдә тәүге өсәү исем­легендә булыуыбыҙ күпте һөйләй. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға кил­гәндә, был йәһәттән эште әүҙемләш­терергә саҡырҙы.



Вернуться назад