Беҙ кешелек потенциалын үҫтереү яҡлы02.02.2018
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Юғары иҡтисад мәктәбенең Бойондороҡһоҙ социаль сәйәсәт институты ғалимдары Лилия Овчарова һәм Наталья Зубаревич менән осрашты. Улар республикала һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, ғаилә, хеҙмәт һәм мәшғүллек күҙлегенән кешелек потенциалын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Лилия Овчарова – Бойондороҡһоҙ социаль сәйәсәт институты, Юғары иҡтисад мәктәбенең ғилми-тикшеренеү институттары һәм үҙәктәре директоры, Рәсәйҙә социаль үҫеш һәм социаль-иҡтисади сәйәсәт өлкәһендәге танылған белгес. Ул халыҡтың килем кимәле һәм йәшәү сифаты, ғаилә һәм демографик сәйәсәтте баһалау, халыҡты социаль яҡлау, фәҡирлек һәм тигеҙһеҙлек мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Наталья Зубаревич иһә – Бойондороҡһоҙ социаль сәйәсәт институтының төбәк программаһы директоры, Килемдәрҙе һәм йәшәү кимәлен анализлау үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, илебеҙҙә төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеше өлкәһендәге билдәле белгес.
Осрашыу барышында берлектәге аналитик эш буйынса тәҡдимдәр яңғыраны. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, республика өсөн улар ҙур әһәмиәткә эйә.
– Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының ҙур, етди субъекты, ышаныслы, байтаҡ мәсьәләләр буйынса ярайһы уҡ тотороҡло төбәк. Шул уҡ ваҡытта үҫеш йәһәтенән башҡа мөмкинлектәр булыуын да аңлайбыҙ. Идара итеү мөхитен дә, идара системаһын да бүтән төрлө итеп ойошторорға мөмкин, – тине Рөстәм Хәмитов. – Фәнгә таянып, уның менән бергә әле күҙәтелгән етешһеҙлектәрҙе яйға һала алыуыбыҙҙы аңларға тейешбеҙ. Фәнгә булышлыҡ итәбеҙ, үҙебеҙ ҙә фән өлкәһенән сыҡҡанбыҙ. Шуға күрә уртаҡ телде еңел табырбыҙ һәм ошо йәһәттән бергәләп эшләрбеҙ, тип ышанам.
Һалымыңды
түләп ҡуй
436-сы Федераль закондың 12-се статьяһына ярашлы 2015 йылдың 1 ғинуарына ҡарата граждандарҙың транспорт һалымы, мөлкәткә һалымы, ер һалымы буйынса недоимканы, шулай уҡ уға иҫәпләнгән пеня буйынса бурысты ғәмәлдән сығарыу ҡарала.
Шул уҡ ваҡытта түләнгән һалым кире ҡайтарылмай, бурыс ҡына ғәмәлдән сығарыла. Йыл һайын физик берәмектәрҙең килеменә үткән йыл өсөн һалым һалына. Мәҫәлән, 2013 йылға һалым 2014 йылдың 5 ноябренә тиклем, 2014 йылға иһә 2015 йылдың 1 октябренә тиклем түләнергә тейеш. Шуға күрә 2013 йылға тиклем иҫәпләнгән недоимка ғына ғәмәлдән сығарылырға тейеш. Был бурысҡа 3 миллиард 100 миллион һум, йәғни бөтә бурыстың 20 проценттан аҙырағы тура килә.
Һалым органдары белдереүенсә, 2014–2016 йылдарға иҫәпләнгән аҡса мотлаҡ түләнергә тейеш. Шуға күрә былтыр белдереү ҡағыҙҙары буйынса һалым түләп өлгөрмәгән кешеләргә бурысты түләү сараһын күрергә кәрәк. Яҡын арала һалым органдары уны мәжбүри түләтеүгә тотонмаҡсы.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы матбуғат хеҙмәте.
Һорауҙарығыҙ булһа…
7 февралдә көндөҙгө сәғәт 3-тән Республика йортондағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) Башҡортостандың Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары А.А. Касьянов граждандарҙы ҡабул итә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.
Сараға алдан яҙылыу өсөн телефондар: 8(347) 280-81-10, 280-81-06, 280-81-14.
А. ХӘЛИЛОВ.