Уҙған аҙнала Белорет районының Ғәбдөк ауылында көслө дауыл үтте. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, уның тиҙлеге секундына 20 – 24 метр тәшкил иткән.
Афәт арҡаһында туғыҙ хужалыҡҡа зыян килә, сымдар өҙөлөү сәбәпле, электр менән тәьмин итеү туҡтала. Алты йорттоң өлөшләтә ҡыйыҡтары, фронтондары, верандалары емерелә. Төҙөлөш барған яңы йорттар бигерәк тә ныҡ зыян күрә: дауыл икәүһенең ҡыйығын тулыһынса алып бәрә. Ҡайһы бер шәхси хужалыҡтарҙа мунса, һарайҙар, ҡаралтылар емерелә.Иван ПИНЯЩУК, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе:– Бөгөн зыян күләмен билдәләү буйынса комиссия эшләй. Башҡортостан Хөкүмәтенең “Башҡортостан Республикаһында ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға матди ярҙам күрһәтеү тәртибе положениеһын раҫлау тураһындағы” 410-сы ҡарарына ярашлы, ҡаза күреүселәргә матди ярҙам күрһәтеләсәк. Башлыса төҙөлөш барған өйҙәр зыян күргән. Күбеһенең йорттарына документтары юҡ, был сетерекле мәсьәлә лә хәл ителер, тип уйлайым.
Шәүкәт САЛАУАТОВ, Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы:— Ғәбдөк ауылы халҡы берҙәм, татыу. Тәбиғәт уларҙы беренсе тапҡыр ғына һынамай, 2013 йылда булған ташҡынды барығыҙ ҙа хәтерләйһегеҙҙер. Был юлы ла үҙҙәренең тырышлығы менән икенсе көнөнә үк электр тәьминәте тергеҙелде, ҡаза эҙемтәләре лә яйлап бөтөрөлөр. Ауыл Советына ҡараған ауылдарҙа йәшәүселәр ярҙам итеү маҡсатынан аҡса йыя башланы, урындағы эшҡыуарҙар ҙа изге эштән баш тартмаҫ. Иң мөһиме, Аллаға шөкөр, кеше ғүмерҙәре ҡыйылманы, башҡаһын берҙәм көс менән тергеҙербеҙ.