Күҙ буяуға кәртә ҡуйыла31.01.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары бәлиғ булмағандарҙың эштәре һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса комиссия ҡарарын йәки күрһәтмәһен үтәмәгән йә иһә уларҙы үтәү ваҡытын боҙған өсөн яуаплылыҡты билдәләгән “Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Законды ҡабул итте.
Ошондай тәртип боҙған граждандарға бер-ике мең һум, вазифалы кешеләргә – ике-өс мең, юридик берәмектәргә биш-ете мең һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк.
– Бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса комиссиялар балалар һәм үҫмерҙәр араһында ҡараусыһыҙлыҡты һәм улар тарафынан тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү менән шөғөлләнгән учреждениеларҙың эшен көйләй. Был комиссияларҙың ҡарарҙары бәлиғ булмағандар тарафынан енәйәт ҡылыуға юл ҡуймауға, уларҙың ҡарауһыҙ ҡалыу сәбәбен асыҡлауға, ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә. Улар балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе социаль-педагогик реабилитациялау, шулай уҡ граждандарҙы үҫмерҙәрҙең йәмғиәткә ҡаршы ғәмәлдәренән яҡлау һәм һаҡлау мәнфәғәтендә ҡабул ителә, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Әммә прокурор тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, ҡараусыһыҙлыҡты иҫкәртеү системаһы органдары йыш ҡына комиссиялар ҡарарҙарын иғтибарға алмай, аныҡ сара күреү урынына күҙ буяу менән генә сикләнә. Әлеге яңылыҡ хәлде тамырынан үҙгәртергә һәм үҫмерҙәр мөхитендә тәртип боҙоуҙар һанын кәметергә тейеш.
Яңы Закон рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң 10 көн үткәс көсөнә инә.