Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың
М. Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир, публицист, драматург, мемуарсы Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тула. 5 февралдә, уның тыуған көнөндә, Өфөлә байрам саралары ойошторола. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Назар Нәжмигә арналған хәтер кисәһе үткәрелә. Унда Фидан Ғафаров, Нәзифә Ҡадирова, Йәмил Әбделмәнов, Вәхит Хызыров, Илһам Вәлиев, Әлим Ҡәйүмов, Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Өфө “Нур” театры актерҙары сығыш яһай. Кисәнең режиссеры – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев. Киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү бушлай.
З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана Назар Нәжмиҙең тормошона һәм ижадына арналған күргәҙмә ойоштора.
Ошо уҡ көндө “Родина” кинотеатрында “Яныуҙан һәм хистән ҡойолған” фильмы күрһәтелә. Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған фильмдың режиссеры – Әлфиә Арыҫланова, сценарий авторы – Гәүһәр Батталова.