Тәҡдимдәр көтәләр31.01.2018
Өфө ҡалаһындағы территориаль һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзаһы вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡта­тылыуға бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡ­та­ры­ның һәм референдумда ҡатна­шыуға хоҡу­ғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статья­һындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республика­һының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә яңы ағзаны тәғәйенләү өсөн кандидатура буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.

Документтарҙы ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан алып биш көн эсендә түбәндәге адрес буйынса тапшырырға: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 218-11-22.


Вернуться назад