“Ғәҙел һайлау өсөн” корпусы дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе йылдың иң күләмле сәйәси ваҡиғаһы – 2018 йылдың 18 мартында үтәсәк Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн күҙәтеүселәр йыйыу хаҡында белдерә. 18 йәше тулған Рәсәй гражданы анкета тултырып, йәмәғәт күҙәтеүсеһе була ала. Һайлауҙың нисек үткәрелеүенә контроллек итеүҙә ҡатнашыусылар өсөн уҡыуҙар ойошторола. Иң әүҙемдәргә ваҡиға йомғаҡтары буйынса рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ, ирекмән кенәгәһенә тейешле билдә ҡуйыласаҡ. Ҡайһы берәүҙәрҙең республикалағы идара итеү кадрҙары резервына ла индерелеүе ихтимал.
– 2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмән йылы тип иғлан ителде. Йәмәғәт күҙәтеүселәре командаһы – мөһим күренеш. Уның нигеҙендә республикалағы инициативалы граждандар дәүләт әһәмиәтендәге ваҡиғаны мөмкин тиклем ғәҙел һәм асыҡ итеүгә өлөш индереп, үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлегенә эйә, – тине “Ғәҙел һайлау өсөн” корпусының төбәк бүлексәһе рәйесе Денис Шадрин.