Ҡояш янында – йылылыҡ, әсә янында – изгелек30.01.2018
Ошо көндәрҙә күп бала тәрбиәләгән бер төркөм ҡатын-ҡыҙ, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеп, ҙур һөйөнөс кисерҙе. Ә инде тантананың нәҡ Ғаилә йылына тура килеүен һәммәһе лә изгегә юраны.


– Республика етәкселеге күп балалы ғаиләләр мәнфәғәтен даими хәстәрләй, ә социаль ярҙам сара­ларының йылдан-йыл артыуы күпте һөйләй, – тине Башҡортостан Башлығы исеменән гүзәл заттарҙы ҡотлап, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. – Шул иғтибарға лайыҡ, киләсәктә лә изге эш башҡарыусыларға ярҙам артасаҡ. “Әсәлек даны” иһә һәр берегеҙ өсөн иң ҡәҙерле миҙал һанала.
Был юлы алыҫ араларҙы яҡын итеп, 40-тан ашыу хужабикә ашҡы­нып килеп еткән. Һәр береһенең йөҙө ҡояштай балҡый, ҡыуаныстары менән ихлас уртаҡлашалар, яңы ғына танышыуҙарына ҡарамаҫтан, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Әйткән­дәй, 1998 йылдан тапшырылған награда менән бөтәһе ете мең ярымдан ашыу кеше бүләкләнгән.
Салауат Тәлғәт улы билдәлә­үен­сә, ил Президенты иғлан иткән “Ба­ла­лыҡтың ун йыллығы” сиктә­рендә тап быйыл балалар һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына иғтибар артасаҡ. Мәҫәлән, республика клиник дауа­ханаһын һәм Өфө ҡала­һындағы балалар клиник дауаха­наһын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу күҙ уңында тотола.
Ҡояш янында – йылылыҡ, әсә янында – изгелек, тибеҙ. Ул көндө бүләкләнеүселәр араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ ине. Әммә шуны беләбеҙ: аңлы ғүмерҙәрендә барыһы ла бала бағыу кеүек иң юғары маҡсатты бойомға ашыра. Изгелек нурҙарын һибеүселәр, игелек таратыусылар кемдәр тиһегеҙ?! Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар!



Вернуться назад