Төҙөлөш дауам итә26.01.2018
Өфө районындағы “Миловка паркы” торлаҡ комплексы объектында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты район хакимиәте, “КилСтройИнвест”, “Амнис-Групп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре вәкилдәре, подрядсылар, инициатива төркөмө менән кәңәшмә үткәрҙе.
Ошо көндәрҙә 10.2, 10.3, 10.5-се йорттарға “СтройТехКом”, “Стройхолдинг”, “Терра Строй” йәмғиәттәре подрядсы булараҡ эшкә сыҡты. Улар торлаҡ йорт һалыу буйынса эште дауам итте. Киләһе ике аҙнала объекттарҙың төҙөлөшөн тамамлау һәм уларҙы файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты билдәләнәсәк. Подряд ойошмалары тәү сиратта фатирҙар буйынса эшкә тотондо, шулай уҡ дөйөм файҙаланыу урындары тәртипкә килтерелә, төҙөлөш материалдары ташыла. Торлаҡ комплексының 4-се һәм 11-се кварталдарында урынлашҡан торлаҡ йорттар төҙөлөшөн дауам итеү өсөн “БашНИИстрой” дәүләт проект институты йәлеп ителде. Ул йорттарға экспертиза үткәрәсәк.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.