Уңған эшселәргә хөрмәт йөҙөнән24.01.2018
Абҙаҡ мәҙәниәт йортонда “ООО Потенциал-Недра” исемле тау карьерының уңған эшселәрен бүләкләнеләр.
Йыйылышта проект етәксеһе Рәсүл Ғөбәйҙуллин карьер эшселәренең уңыштары тураһында һөйләне. Директор Нәфҡәт Биккинин иһә карьерҙағы ыңғай үҙгәрештәрҙе телгә алды, эшселәр һанының күбәйеүен билдәләне.
Үҙенең беренсе урынбаҫары Илсур Ғүмәр улы Дауытов менән алдынғы эшселәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм грамоталар тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында машинистар, слесарҙар, водителдәр, инженер-техник хеҙмәткәрҙәр, тау мастерҙары бар ине.
Нәфҡәт Йәүҙәт улы етәкселегендәге коллективта үҙ-ара татыу, һөнәрен яратҡан белгестәр эшләй. Улар 14 төрлө продукция етештерә. Уларҙы “Техно-Николь”, “Башвул” компаниялары минераль мамыҡ эшләү өсөн ала. Юл һалыу өсөн тәғәйенләнгән ваҡ ҡом иһә Рәсәйҙең бик күп өлкәләренә, ҡалаларына оҙатыла.
Таусылар ауыл хакимиәте менән яҡшы мөнәсәбәттә. Йыш ҡына ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн Нәфҡәт Йәүҙәт улы трактор йә грейдер бирә. Бына тыш, йыйылған сүп-сарҙы күмер өсөн транспорт, өйҙәре янып киткәндәргә ярҙам йөҙөнән ҡом да бүлә. Хеҙмәткәрҙәр 15-әр көнлөк вахта ысулы менән ике сменала эшләй, карьерҙа тәүлек әйләнәһенә ҡыҙыу эш бара.
Карьерҙан күтәрелгән саң, тауыш абҙаҡтарға ҡамасаулай, әлбиттә, шуның өсөн ғинуарҙа һауаны таҙартыусы ҡорамал ҡуйыу мәсьәләһе хәл ителде.
Әнисә ҒӘЗИЗОВА.
Белорет районы.