Тығындар бөтәсәк!24.01.2018
Тығындар бөтәсәк! Баймаҡ районының Көньяҡ микрорайонында – 240 урынлыҡ мәктәп, 120 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, Нуриман районының Иҫке Күл ауылында – социаль-мәҙәни үҙәк... Башҡортостандың барлыҡҡа килеүенең 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнәбеҙ.
Билдәле: байрамды лайыҡлы ҡаршылау мөһим. Тап ошо маҡсаттан республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” тигән акция үткәреү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Ошо сара сиктәрендә социаль төҙөлөш объекттарының дөйөм суммаһы 40 миллиард һумдан ашып китәсәк тип билдәләнә.

Өфөнән төньяҡ-көнсығышҡа илткән юлда хәрәкәт үтә тығыҙ булды. Зыяратҡа, ҡаланың ҡаты һәм көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына юл ошонан үтә. Йәнә бихисап сәнәғәт үҙәктәре лә бында урынлашҡан. Халыҡ бишәр сәғәткә һуҙылған тығында яфаланды, эшкә һуңланы. Тап шуға ла Тимашев тимер юлы аша күпер төҙөү кәрәклеге хаҡында күптән һүҙ сурытһалар ҙа, эш башланманы. Хәҙер бында эш гөрләй. Майҙансыҡты әҙерләү өсөн иллегә яҡын баҡса биләмәһе алынған, коммуникациялар үҙгәртелгән.
Белгестәр әйтеүенсә, дөйөм эштең күпселек өлөшө башҡарылған да инде. Быйыл күпер төҙөүселәр яһалма барлыҡ ҡоролмаларҙы ҡорорға иҫәп тота.
Күперҙе быйыл Республика көнөнә асырға ниәтләнәләр.



Вернуться назад