“Керәшен һыуыҡтары” йәндәрҙе йылытты23.01.2018
“Керәшен һыуыҡтары” йәндәрҙе йылыттыБөрөлә “Керәшен һыуыҡта­ры” төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеүе фестиваль-конкурсы тамамланды. Гала-концертта төп бүләккә эйә булған өс кеше, шулай уҡ лауреаттар һәм дипломанттар билдәләнде.

“Эстрада бейеүе” номинация­һында Бөрө ҡалаһынан “Битлектәр” ансамбле еңеп сыҡты. “Эстрада йы­ры” номи­нация­һында иһә Стәрле­та­маҡтан Алина Рай юғары награда­ға лайыҡ булды. “Эстрада музыкаһы” номинацияһында Бөрөнән “Red Horse” төркөмө алдынғылыҡты бирмәне.
“Керәшен һыуыҡтары” фестиваль-конкурсы 18—20 ғинуарҙа үтте. Быйыл унда республикабыҙҙың 17 райо­нынан һәм 13 ҡалаһынан, Мәскәү­ҙән, Һамарҙан һәм Пермь крайынан ҡатнаштылар. Уларҙың оҫталығын абруйлы жюри баһаланы. Фестиваль-конкурс нигеҙендә эстрада вокалы буйынса республика семинары булды.


Вернуться назад