Беренсе балаға — 10500 һум!23.01.2018
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, быйыл беренсе балаға түләү — 10500, киләһе йыл — 10800, артабан 11 мең һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Парламентарий был турала “Беренсе сабыйға пособиены арттырыу балалар һанын үҫтереүҙә нисек сағылыр?” тигән темаға үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл” барышында хәбәр итте.
Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, бындай ярҙамды йән башына уртаса килеме былтыр һуңғы кварталда субъекттағы 1,5-кә тиң йәшәү минимумы дәүмәле­нән артмаған ғаиләләр алыу мөмкин­легенә эйә. Аҡсаға шулай уҡ 1,5 йәшкә етмәгән баланы уллыҡҡа алған ата-әсә дәғүә итә ала.
— Пособие ошондай категорияға ингән ғаиләләргә әсәлек капиталынан икенсе һәм өсөнсө сабыйға ла түләнә, — тине сенатор.
Парламентарий әйтеүенсә, яңы пособие сабыйҙар һанын арттырыуға булышлыҡ итәсәк.


Вернуться назад