Транспорт хәүефһеҙ булһын өсөн...23.01.2018
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы төбәктәрендә транспорт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов үткәрҙе.
Кәңәшмәне асып, Михаил Бабич округта пассажирҙар һәм йөк ташыуҙың бөтә төрҙәре әүҙем үҫеүен билдәләне. Волга буйы федераль округында 18 аэропорт, 68 тимер юл вокзалы, 561 пассажирҙар станцияһы, 25 йылға вокзалы, 150-нән ашыу пристань һәм причал урынлашҡан. Тулы хоҡуҡлы вәкил 2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионатына әҙерләнеү һәм үткәреү осоронда транспорт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә айырым туҡталды.
Һуңғы йылдарҙа транспортта хәүефһеҙлекте тәьмин итеү сараларын камиллаштырыу өлкәһендә ҙур ойоштороу һәм иҫкәртеү эше башҡарылған. Төбәктәрҙә тейешле норматив хоҡуҡ базаһы булдырылған. Транспорт инфраструктураһы объекттарында именлекте тәьмин итеү, уларҙы террорсылыҡтан һаҡлау йәһәтенән төбәктәрҙәге дәүләт власы органдары 600-ҙән ашыу норматив-хоҡуҡ актын ҡабул иткән.
Максим Соколов әйтеүенсә, чемпионатҡа әҙерлек аэропорттарҙа, автомобиль юлдарында, метрополитендарҙа ғына түгел, шулай уҡ тимер юл объекттарында, айырыуса автобус транспортында алып барылырға тейеш, сөнки көйәрмәндәрҙең һәм чемпионат ҡунаҡтарының ҙур өлөшө автобус менән киләсәк. Шуға күрә автовокзалдарҙы ла әҙерләргә кәрәк.
Кәңәшмә барышында Волга буйы федераль округы төбәктәренең транспорт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге тәжрибәһе, проблемалы мәсьәләләр тикшерелде, округтағы транспорт комплексының хәүефһеҙ эшмәкәрлеген тәьмин итеү йәһәтенән аныҡ өҫтәмә саралар ғәмәлгә индерелде.