Ата-әсәләр форумға әҙерләнә23.01.2018
Быйыл 19 майҙа Башҡортостанда икенсе Республика ата-әсәләр форумы үткәрелә.
– Ошондай тәүге форум республика парламенты тарафынан былтыр июндә ойошторолғайны. Уны үткәргәндә беҙ алдыбыҙға ата-әсәләр берләшмәһенә психологик һәм методик ярҙам күрһәтеү, йәш быуынды тәрбиәләүҙә уларҙың ҡеүәтен дөрөҫ файҙаланыу, балаларҙың һәм йәштәрҙең психик һәм физик сәләмәтлеген нығытыу йәһәтенән аныҡ сараларҙы ғәмәлгә индереү бурысын ҡуйҙыҡ, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Форум һөҙөмтәләре буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, республика министрлыҡтарына һәм ведомстволарына тәҡдимдәр индерелгәйне. Ошо көндәрҙә ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты хоҡуҡи яҡлау өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса эш төркөмө ултырышында уларҙы тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды. Ярты йыл эсендә балаларҙың медиа хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, уларҙы Интернеттағы законһыҙ контенттан яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалау, мәктәптә белем һәм тәрбиә биреү системаһына өр-яңы технологиялар индереү, бәлиғ булмағандар араһында үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡтарын иҫкәртеү өлкәһендә берлектә күләмле эш башҡарылған.
Ошо тәжрибәне артабан да үҫтерергә, дәүләт власы органдарының ата-әсәләр, уҡытыусылар берләшмәһе менән үҙ-ара эшмәкәрлеген дауам итергә кәрәк. Күп кенә муниципалитеттарҙа яуаплы ата-әсәләр үҙҙәре үк әүҙемлек күрһәтә, хеҙмәттәшлек итергә теләй, беҙҙән методик, консультатив, технологик ярҙам көтә. Ошоға бәйле икенсе Республика ата-әсәләр форумын үткәрергә ҡарар ителде. Ул ғаиләләге һәм мәктәптәге тәрбиәнең һөҙөмтәле системаһын төҙөү, уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең балалар менән дөрөҫ психологик бәйләнешен яйға һалыу буйынса яңы эш йүнәлештәрен билдәләйәсәк. 2018 йылдың Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе, ә бөтә илдең “Балалыҡ ун йыллығы”на аяҡ баҫыуы юҫығында бындай сараны ҡайтанан ойоштороу айырыуса әһәмиәтле.