Ата-әсәләр форумға әҙерләнә23.01.2018
Быйыл 19 майҙа Башҡортос­танда икенсе Республика ата-әсәләр форумы үткәрелә.

– Ошондай тәүге форум республика парламенты тарафынан былтыр июндә ойошторолғайны. Уны үткәр­гәндә беҙ алдыбыҙға ата-әсәләр берләшмәһенә психологик һәм методик ярҙам күрһәтеү, йәш быуынды тәрбиәләүҙә уларҙың ҡеүәтен дөрөҫ файҙаланыу, балаларҙың һәм йәш­тәрҙең психик һәм физик сә­лә­мәт­леген нығытыу йәһәтенән аныҡ сара­ларҙы ғәмәлгә индереү бурысын ҡуйҙыҡ, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Форум һөҙөмтәләре буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, республика министр­лыҡтарына һәм ведомстволарына тәҡдимдәр инде­рел­гәйне. Ошо көндәрҙә ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты хоҡу­ҡи яҡлау өлкәһендәге ҡануниәтте камил­лаштырыу буйынса эш төркөмө ултырышында уларҙы тормошҡа ашы­рыуға йомғаҡ яһалды. Ярты йыл эсендә бала­ларҙың медиа хәүефһеҙ­леген тәьмин итеү, уларҙы Интернет­тағы законһыҙ контенттан яҡлау, һау­лыҡ һаҡлау, балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалау, мәктәптә белем һәм тәрбиә биреү системаһына өр-яңы технологиялар индереү, бәлиғ булмағандар араһында үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡ­тарын иҫкәртеү өлкәһендә берлектә күләмле эш башҡарылған.
Ошо тәжрибәне артабан да үҫ­те­рер­гә, дәүләт власы органдарының ата-әсә­ләр, уҡытыусылар берләшмә­һе ме­нән үҙ-ара эшмәкәрлеген дауам итергә кәрәк. Күп кенә муниципа­ли­теттарҙа яуаплы ата-әсәләр үҙҙәре үк әүҙемлек күрһәтә, хеҙмәттәшлек итергә теләй, беҙ­ҙән методик, консультатив, техноло­гик ярҙам көтә. Ошоға бәйле икенсе Рес­публика ата-әсәләр форумын үткә­рергә ҡарар ителде. Ул ғаиләләге һәм мәктәптәге тәрбиәнең һөҙөмтәле систе­маһын төҙөү, уҡытыусыларҙың, ата-әсә­ләр­ҙең балалар менән дөрөҫ психологик бәйләнешен яйға һалыу буйынса яңы эш йүнәлештәрен билдәләйәсәк. 2018 йылдың Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе, ә бөтә илдең “Балалыҡ ун йыллығы”на аяҡ баҫыуы юҫығында бындай сараны ҡайтанан ойоштороу айырыуса әһәмиәтле.


Вернуться назад