2018 йылдың беренсе яртыһына яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәргәндәр араһында отош була тип иғлан иткәйнек. Ниһайәт, еңеүселәр асыҡланды. Шәүрә Күсәрбаева (Стәрлебаш районы, Иҫке Ҡалҡаш ауылы), Рәшит Фәйзуллин (Салауат районы, Арҡауыл ауылы), Р. Мөхәмәтшин (Бишбүләк районы, Аҙнай ауылы), Баймырҙа Урмансин (Күмертау ҡалаһы), Ғәле Райманов (Баймаҡ районы, Йомаш ауылы), Наилә Бикбаева (Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы), Юнир Аҙнағолов (Мәләүез ҡалаһы), Гүзәл Үтәбаева (Өфө ҡалаһы), һеҙҙе редакцияла бүләктәр көтә. Туғандарығыҙ килеп алһа ла була.
“Минең өсөн иң ҙур бүләк – яратҡан баҫмамды көтөп алыу, дуҫым, серҙәшем менән даими аралашыу, халҡымдың йөрәк тибешен тойоу”, – тип яҙғайны хатында бер гәзит уҡыусыбыҙ.
Гәзитебеҙгә яҙылған тоғро дуҫтарыбыҙҙың барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабан да бергә ҡалайыҡ, аралашайыҡ, бер-беребеҙгә ярҙам итәйек.
Бәйләнеш өсөн телефон:
8 (347) 272-62-61.