“Етегән-2018”гә фатиха бирелде19.01.2018
Башҡортостанда “Етегән-2018” асыҡ республика конкурсы башланды. Ул төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов иғлан иткән Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына арналған “Етегән – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы” республика башҡорт байрамы нигеҙендә үткәрелә.

Конкурста теләге булғандарҙың барыһы ла ҡатнаша ала. Финал 1 мартта Өфөлә уҙғарыла. Конкурс “Башҡорт телендәге мөхәббәт тураһындағы шиғырҙарҙы иң яҡшы башҡарыу”, “Башҡорт телендәге мөхәббәт тураһындағы йырҙы иң яҡшы башҡарыу”, “Иң яҡшы парлы бейеү”, “Башҡорт телендәге мөхәббәт тураһындағы иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (иң күбе 5 минутлыҡ)”, “Башҡорт телендәге иң яҡшы флаерҙар һәм открыткалар”, “Мөхәббәт темаһына иң яҡшы фотолар”, “Башҡорт йырҙары һәм музыкаһы аҫтында “Етегән-2018” байрамына иң яҡшы флешмоб” кеүек номинациялар буйынса ойошторола.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса һәр номинацияла өс призлы урын билдәләнә. Еңеүселәргә һәм лауреаттарға ойоштороу комитетынан дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.
Конкурс 12 ғинуарҙан 25 февралгә тиклем дауам итә. Материалдарҙы ҡатнашыусының ғаризаһы менән 20 февралгә тиклем [email protected] электрон адресына ебәрергә. Ентеклерәк мәғлүмәтте конкурстың рәсми сәхифәһенән алырға мөмкин. Байрам 2016 йылдан алып яҙҙың тәүге көнөндә үткәрелә.

Ауыл клубтарына –
53,5 миллион


Республикала урындағы мәҙәниәт йорттарын “Атайсал мәҙәниәте” партия проектына индереүгә ғаризалар ҡабул ителә. Башҡортостанда ауыл клубтарының матди-техник базаһын яҡшыртыуға 53,5 миллион һум, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 47,1 миллион, төбәктән 6,4 миллион һум аҡса йүнәлтелә.

Былтыр “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән “Урындағы мәҙәниәт йорто” федераль проекты ғәмәлгә ашырылғайны. Ул ауыл һәм ҡала биләмәләрендәге муниципаль мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын нығытыуға, төҙөкләндереүгә йүнәлтелгәйне. 2017 йылдың 23 декабрендә партияның ХVII съезында “Урындағы мәҙәниәт йорто”, “Театрҙар – балаларға”, “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” тигән өс проектты берләштергән “Атайсал мәҙәниәте” проекты менән таныштырҙылар. Хәҙер ауыл мәҙәниәт йорттары ошо яңыртылған проект нигеҙендә финансланасаҡ.
Проектҡа индереүгә ғаризаларҙы Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы 22 – 29 ғинуарҙа ҡабул итә.

Тәҡдимдәр кәрәк

Нефтекама ҡалаһындағы территориаль һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзаһы вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә яңы ағзаны тәғәйенләү өсөн кандидатура буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтарҙы ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан алып биш көн эсендә түбәндәге адрес буйынса тапшырырға: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 218-11-22.

Һорауҙарығыҙ булһа...


24 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 3-тән Республика йортондағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы А.Р. Воробьева граждандарҙы ҡабул итә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.
Ҡабул итеү сараһына алдан яҙылыу өсөн телефондар: 8(347) 280-81-10, 280-81-06, 280-81-14.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Вернуться назад