Барыһы ла йәштәр өсөн19.01.2018
Кисә Өфөнөң ВДНХ-ЭКСПО конференц-залында ҡаланың йәштәр сәйәсәте өлкәһендә эшләүселәрҙең кәңәшмәһе үтте. Сарала йыл йомғаҡтары яһалып, быйылғы йылға бурыстар билдәләнде.

Һуңғы йылдарҙа йәштәр ойошмаларының эшмәкәрлегендә ярайһы уҡ үҙгәрештәр күренә. Өфө йәштәре баш ҡаланың данын лайыҡлы яҡлай, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конференцияларында ҡатнаша, ижади конкурстарҙа һәм форумдарҙа еңеү яулай.
Йәштәр араһында хәрби-патриотик йәмәғәт ойошмаларының популярлашыуы ҡыуаныс. Волонтерлыҡ хәрәкәте эшмәкәрлегенең дә әүҙемлеге иғтибарға лайыҡ.
– Беҙ барыбыҙ ҙа етеш тормошта һәм уңайлы шарттарҙа йәшәү тырышлыҡтан һәм хеҙмәттән торғанлығын яҡшы беләбеҙ. Эшлекле йәштәребеҙ ҙә был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә мөһим роль уйнай. 2017 йылдан баш ҡалала эшлекле йәштәр Советы тергеҙелде, унда ҡаланың төрлө учреждение, ойошма һәм предприятиеларынан тырыш йәштәр инде. Шулай уҡ эшләп йөрөүсе йәштәр менән йәш быуынды борсоған һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса даими шәхси осрашыуҙар уҙғарыу ҙа ыңғай һөҙөмтәһен бирә, – тине Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов.
Сара сиктәрендә шулай уҡ баш ҡалабыҙҙың йәштәр хәрәкәте әүҙемселәренә ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.


Вернуться назад