Һалымыңды кисектерә алаһың…19.01.2018
2016 йылдың һалым осоронда Башҡортостандағы муниципаль берәмектәр бюджетына түләнергә тейешле физик берәмектәрҙең мөлкәтенә һалым буйынса недоимкаға пеняны быйыл 1 июл­дән генә иҫәпләү күҙаллана. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта “Физик берәмектәрҙең мөлкәтенә һалым буйынса недоимкаға пеня иҫәпләй башлау датаһын билдәләү тураһында”ғы закон проектын ҡарарға ниәтләй. Тимәк, һалымын былтыр йыл аҙағында түләмәгәндәргә пеня өҫтәү ярты йылға кисектерелә.

– Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексына ярашлы, пеня түләү ваҡыты үткән һәр көн өсөн өҫтәлә бара. Әммә федераль ҡануниәт һалым базаһы һалым һалыу объекттарының кадастр хаҡынан сығып иҫәпләнгән төбәктәргә үҙҙәрендәге закондар менән пеняны 2018 йылдың июленән өҫтәүҙе билдәләү мөмкинлеген бирә, – тип аңлатты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Был башланғыс республика халҡы өсөн һалым түләүҙә яҡшы шарттар булдырыуға йүнәлтелә. 2016 йылда Башҡортостанда мөлкәткә һалымдың дөйөм күләме 2015 йыл менән сағыштырғанда икеләтә артҡан. Кемдеңдер уны түләй алмауы ла ихтимал. Бындай осраҡта пеня өҫтәүҙе кисектереү ҙур әһәмиәткә эйә.


Вернуться назад