Бүләк алыу күңелле17.01.2018
Рәсәй матбуғаты көнө айҡанлы, “Башинформ” агентлығында һөнәри ҡаҙаныштарға өлгәшкән журналистарҙы, матбуғат хеҙмәткәрҙәрен, полиграфистарҙы тәбрикләнеләр.
Сараны асып, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов:
– Республиканың киң мәғлүмәт саралары өсөн үтеп киткән йыл ярайһы уңышлы булды. Төбәктең төп телеканалы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы мотлаҡ һәм һәр кем ҡарай алырлыҡ юҫыҡҡа күсте, “Бирешмә!” тип аталған тәүге йәштәр телесериалы барлыҡҡа килде, “Башинформ” агентлығында бихисап мәғлүмәти продукттар хасил булды (ул хәҙер Волга буйы федераль округында аудиторияны йәлеп итеү буйынса мәғлүмәт агентлыҡтары араһында беренсе урында тора), – тип белдерҙе.
Сара сиктәрендә республиканың киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә хеҙмәт иткән белгестәргә Рәсәйҙең Бәйләнеш һәм киң коммуникациялар министрлығының, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, Рәсәй Журналистар союзының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Республика конкурстарында еңгән журналистар ҙа билдәләнде. “Башҡортостан” гәзите Экология йылын яҡтыртыу һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, наркоманияны иҫкәртеү темаһына арналған мәҡәләләр циклы өсөн беренсе, икенсе урындарҙы яуланы, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.