Өфөлә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Республика етәксеһе Башҡортостан Прокуратураһы коллективын һөнәри байрам менән ҡотланы һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың иғтибарын талап иткән төп эш йүнәлештәрен билдәләне. – Һеҙгә намыҫлы хеҙмәт, юғары профессионализм, законды, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙа принципиаллек өсөн рәхмәт, – тине Рөстәм Хәмитов. – Енәйәтселеккә, иҡтисади һәм социаль өлкәләрҙәге хоҡуҡ боҙоуҙарға, коррупция күренештәренә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеге, экстремизмға ҡаршы тороуҙың уңышлылығы һәр ҡайһығыҙҙың компетентлығына, яуаплылығына бәйле. Көндәлек эшегеҙ менән йәмғиәттә тотороҡлолоҡто, дәүләттең конституцион хоҡуҡтарҙы яҡлау һәләтенә граждандарҙың ышанысын нығытыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ.
Республика Башлығы енәйәтселеккә һәм коррупцияға ҡаршы көрәште, суд эштәре, хеҙмәт, социаль, торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау кеүек өлкәләрҙә законлылыҡтың үтәлешен күҙәтеүҙе республика прокуратураһы алдында торған бурыстар иҫәбенә индерҙе. Уның әйтеүенсә, эшҡыуарлыҡҡа административ баҫымды кәметеү йәһәтенән дә эште дауам итеү шарт.
– Прокуратура органдары һөҙөмтәле эшләмәһә, бөтә өлкәләрҙә юғары башҡарыу тәртибе тәьмин ителмәһә, хоҡуҡ нормалары тайпылышһыҙ үтәлмәһә, мөһим дәүләт программаларын, күләмле бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙағы уңыштар ҙа мөмкин түгел. Киләсәктә лә һеҙҙең ярҙамға, законһыҙлыҡ, граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоу күренештәренә ҡаршы тороу һәләтенә иҫәп тотам, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хеҙмәтегеҙ бик яуаплы һәм әһәмиәтле. Прокуратураға таянып власть уңышҡа өлгәшә, алға бара ала. Һеҙ һәр ерҙә законлылыҡты, хоҡуҡ тәртибен тәьмин итәһегеҙ. Беҙ быны, әлбиттә, баһалайбыҙ, аңлайбыҙ һәм артабан да бергә эш итәсәкбеҙ.
Республика Башлығы шулай уҡ дәүләт наградаһын тапшырҙы. 1989 –1995 йылдарҙа республика прокуратураһында етәкселек иткән икенсе класлы дәүләт юстиция советнигы Владимир Кадонцев “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.