Бюллетень күләмле булмаҡсы16.01.2018
Рәсәй президентлығына бөтә кандидаттарҙың фамилияларын баҫыу өсөн күләмле бюллетень файҙаланыу ихтималлығы бар. “Известия” гәзите, Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфиловаға һылтанып, ошо турала хәбәр итте.
Комиссия рәйесе әйтеүенсә, 2018 йылғы һайлауҙа егермеләп кандидаттың ҡатнашыуы күҙаллана.
– Әле партияларҙан 12 кеше, үҙ-үҙен тәҡдим иткән тағы ла ике кандидат ҡултамғалар йыя. Тағы ла ике кандидатҡа урын ҡалдырылыуын иҫәпкә алһаҡ, бюллетенгә кәмендә 16 кеше индереләсәк, – тигәйне Элла Памфилова “Рәсәй 1” телеканалы эфирында.
Уның әйтеүенсә, кандидаттарҙың исем-шәрифе бер битлек бюллетенгә һыймауы ла бар. 12 ғинуарҙа Үҙәк һайлау комиссиялары ағзалары президентлыҡҡа кандидаттарҙы яҡлап йыйылған ҡултамғаларҙы тикшереү алымын күрһәтте.
Ил президентын быйыл 18 мартта һайлаясаҡбыҙ. Үҙ-үҙен тәҡдим иткән кандидаттар һайлаусыларҙан 300 мең ҡултамға йыйырға тейеш.