Хеҙмәткә түләү арта12.01.2018
Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме билдәләнгән ваҡыттан һигеҙ айға алдараҡ йәшәү минимумы кимәленә еткерелә, тип вәғәҙә итте Владимир Путин.

Рәсәй Президенты әйтеүенсә, ил иҡтисадында хәлдең яҡ­шы­рыуына бәйле хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен быйыл 1 майҙан йәшәү минимумы менән тигеҙләйәсәктәр. Әлегә тик­лем быны 2019 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә индереү ҡарала ине.
Илдең Хеҙмәт министрлығы яҡын арала ошо туралағы закон проектын әҙерләйәсәк. Ведомство башлығы Максим Топилин әйтеүенсә, 1 майҙан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 11 163 һумға етәсәк. 2018 йылдың ғинуары менән сағыш­тыр­ған­да, был күрһәткес 17,5 процентҡа, дөйөм алғанда, 43 процент­ҡа артасаҡ. Әле Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм Финанс министрлыҡтары аҡсаға өҫтәмә ихтыяжды баһалай.
Быйыл 1 ғинуарҙан илдә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 9 489 һум тип билдәләнгәйне. Артым 1,5 миллион ке­ше­гә ҡағыласаҡ. Уларҙың яртыһы бюджет өлкәһендә эшләй. Башҡортостанда иһә, 15 процентлыҡ Урал коэффициентын иҫәп­кә алып, 1 ғинуарҙан минималь эш хаҡы 10 912 һум тәшкил итә.


“Эконом” урынына — “стандарт”

Рәсәй Президенты Владимир Путин “эконом класлы торлаҡ” терминын “стандарт торлаҡ”ҡа алмаштырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Федераль киң мәғлүмәт сараларында билдәләнеүенсә, былтыр мартта Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов та бындай атаманан баш тартырға тәҡдим иткәйне.

— Эконом класлы түгел, стандарт торлаҡ ул. Беҙгә 20 квад­рат метрлыҡ фатирҙарҙы күрһәттеләр. Көлкө кеүек, әммә кеше бындай фатирҙы ла һатып ала, баҙарҙа уға ихтыяж бар, — тигәйне ул.
“Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерелә. “Эконом класлы торлаҡ” төшөнсәһен ғәмәлдән сығарыуҙан тыш, законда ер участкаларын һатыу буйынса электрон тәртиптә аукциондар үткәреү, ерҙе ҡуртымға йәки түләүһеҙ файҙаланыуға тапшырыу тәртибе билдәләнә.


Һайлауға... селфи ярҙамында

Быйылғы һайлауҙа халыҡтың күпләп ҡатнашыуын тәьмин итеү йәһәтенән тәҡдимдәр индерелде. Улар иҫәбендә “Ҙур ғаилә уйындары”, “Һайлауҙағы фото” һәм “Мәктәп референдумдары” кеүек проекттар бар.

Уларҙың береһендә һайлау участкаларынан селфи эшләргә, уны социаль селтәргә ҡуйырға һәм һүрәттәр конкурсында ҡат­на­шырға тәҡдим ителә. Еңеүселәргә бүләк тапшырыла. Проект­тың маҡсаты — 18-39 йәшлек һайлаусыларҙы туплау, участка­ларҙа байрам кәйефе тыуҙырыу.
Федераль үҙәк март айындағы һайлауҙы тап ошондай сараға әүерелдереү бурысын ҡуйғайны. Һәр төбәк конкурсҡа арналған үҙ доменын теркәргә тейеш. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн кеше һайлауҙа тауыш бирә, артабан участкалағы махсус фоторамкала фотоға төшә. Был эштә ирекмәндәр ярҙам итәсәк.
Иң яҡшы һүрәттәр өсөн тауыш биреү төбәктәрҙә 22 мартҡа тик­лем үткәрелә. 25 мартта иһә йомғаҡ яһау, 1 апрелдә еңеү­се­ләрҙе бүләкләү күҙаллана.


Күпме алданырға була?

Башҡортостанда пенсионер ҡатынды өс миллион һумға алдағандар. Был юлы енәйәтселәр тоҙағына Стәрлетамаҡтан 70 йәшлек ханым эләккән. Уға дарыуҙар өсөн ҙур компенсация вәғәҙә иткәндәр.
2015 йылда уҡ ҡатын Интернет селтәре аша дарыуға заказ биргән. Былтыр ноябрҙә уға шылтыратып, медикамент һатып алған өсөн 450 мең һумлыҡ компенсация тәҡдим иткәндәр. Әм­мә бының өсөн пенсионерға банк иҫәбенә билдәле бер кү­ләм­дә аҡса күсереү шарты ҡуйыла. Ҡатын ҡушҡандарын тә­ғә­йен үтәй. Тиҙҙән уға ошондай уҡ тағы ла бер нисә шылтыратыу була. Енәйәтселәр, төрлө сәбәп табып, дарыу өсөн буласаҡ компенсация иҫәбенә аҡса күсереүҙе һорайҙар.
Ҡатын компенсацияны оҙаҡ көткәндән һуң полицияға мөрә­жәғәт итә. Әле был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Вернуться назад