Күҙ менән ҡаш араһында10.01.2018
Күҙ менән ҡаш араһында“...Буран ҡотора... Хаҡы арыу ғына... Табиптарҙы уның сиргә бирешмәүе аптыратҡан... Парижға барып киләйек әле...” Бер-береһенә һис тә бәйле булмаған был һөйләмдәр нимә аңлата тиһегеҙме? Социаль селтәрҙәрҙә күҙ менән ҡаш араһында үтеп киткән яңылыҡтар теҙмәһе тип ҡабул итергә була уларҙы. Әммә мәсьәләгә киңерәк бағайыҡ әле. Интернеттағы яңылыҡтарҙы ғына түгел, күптәр, ғөмүмән, мәғлүмәтте, тормоштоң үҙен шулай үҙләштерә хәҙер. Өҫтән генә, һайлап ҡына.

Фәндә был күренешкә иғтибар ғәйәт көсәйә һәм ғилми нигеҙҙәр ҙә барлыҡҡа килә. Клиплы фекерләү (“клиповое мышление”) тиҙәр “күҙ менән ҡаш араһында” барған был процесты. Билдәле: ул беҙгә үткән быуат аҙағында Көнбайыштан килеп инде һәм атамаһы ла шул тарафтан. Инглиз телендә “клип” һүҙе – ниндәйҙер текст йәки видеояҙма өлөшө (бер киҫәге). Атап әйткәндә, баштараҡ күҙ уңында тотҡан ҡайһы берәүҙәр өлөшләп-өлөшләп фекерләй һәм был бигерәк тә йәш быуынға хас. Мәҫәлән, улар өсөн Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” роман-эпопеяһының төп героиняһы Мәҙинәнең бәхетенә нисек ғүмере буйы һынауҙар аша килеү ҡыҙыҡ түгел, ә бөгөнгөһө – һабантуй ҡиммәт. Йәки китапты, фильмды ҡыҫҡартылған эстәлек аша баҫым яһалған урындарына ғына таянып таныйҙар. Яңылыҡты уның проблемаһы хаҡында уйланып тормай ғына ҡабул итәләр. Минуттан артҡан сюжет ҡыҙыҡ булмағас 768 битлек әҫәрҙе уҡырға ҡайҙан көс табырға һуң?! Ғалимдар бар тауышҡа, эш – тәрбиәлә, ти.
Әлбиттә, мәғлүмәт һәм технологиялар үҫеше ваҡыттың үҙе менән ярышҡан дәүерҙә йәшәгәндә бындай һәләткә эйә булыу тип әйтәйекме, отошло, сөнки ишетеп тә, күреп тә, хатта тойоп та ҡабул иткән яңылыҡты үҙләштереп өлгөрөргә лә кәрәк бит. Телевизорҙы тоҡандырһаң – яңылыҡ, компьютер йәки гаджетыңа баҡһаң – мәғлүмәт, радиоалғыста ла шул уҡ хәл. Мәғлүмәт алыр өсөн хәҙер иренмәйенсә бармаҡтарыңды ҡыбырҙатып хәреф яҙылған төймәләргә баҫҡылап ултырырға ла кәрәкмәй: “Әйтеп ебәр әле, Гугл иптәш...” Был замана технологияларынан арынып, урамға сыҡһаң да ҡастың түгел әле – магазин ишектәрендә, хатта аяҡ аҫтындағы асфальтта ла яҙыуҙар бар. Статистика буйынса, ҙур ҡалала йәшәүсе кешегә йылына меңгә яҡын баннер менән танышырға тура килә икән. Башың шартлар сиккә етер. Әммә нәҡ мейегә көс төшмәү өсөн кешелә әлеге һәләт нығыныу яҡшы, тип белдерә ғалимдар. Улай ғына ла түгел, клиплы фекерләүселәр килеп тыуған хәлдән тиҙерәк сыға һәм бер үк ваҡытта бер нисә эште башҡарырға һәләтле, сөнки ул эштәрҙең деталдәренә иҫе китеп, уйланып тормай. Бер үк мәлдә үҙен бер нисә шөғөлгә бүлә алған Цезарь өй эшен дә эшләп ултырған, скайптан дуҫы менән аралашҡан һәм шул уҡ минутта компьютер уйынында ла ҡайнаған замана балаһы алдында һис шикһеҙ һәләтһеҙ булып тойола. Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин: автомобилдә китеп барғанда үҙебеҙ ҙә шул уҡ хәлдә бит: машина менән идара итәбеҙ, юл ситендәге рекламаларҙы ҡарап барабыҙ, телефондарыбыҙға күҙ һалырға йәки закон боҙоп ҡолаҡ янына килтерергә ваҡыт табабыҙ, пассажирҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай, көҙгөгә бағып төҫ-башыңды рәтләп алыу ҙа өҫтәлә. Әлеге йәһәттән маршрут таксиҙары водителдәренә етеүселәр юҡ – быныһы инде хәҡиҡәт. Һәр хәлдә, теләйһеңме-юҡмы, бөгөнгө тормошта үҙеңдә мәғлүмәтте тиҙерәк үҙләштереү һәләтен үҫтереү шарт тип әйтәләр белгестәр. Артта ҡалмаҫ өсөн.
Уның ҡарауы өлөшләтә фекерләүселәр күп ваҡыт мәсьәләнең асылына төшөнмәй, яңылыҡты проблемаһы хаҡында уйланмай ғына ҡабул итә. Уларға ни өсөн пациенттың сиргә бирешмәүе түгел, ә табиптар аптырағаны, Мәҙинә үҙендә нисек һынауҙарҙы йырып сыға алғаны урынына шул һынауҙарҙың теҙмәһе генә мөһим булып сыға. Тимәк, аналитик фекерләү юҡ! Аналитик фекерләү булмағас, асыштар ҙа, идеялар ҙа барлыҡҡа килмәй. Китап уҡып геройҙың кәүҙәһен үҙе һынландырмай, ә телевизорҙан тәҡдим иткән образ менән хушһына. Миҙалдың икенсе яғы шуныһы менән дә ҡурҡыныс: бындай кешеләргә йәлләү тойғоһо, ҡайғырыу бик үк хас түгел. Мәҫәлән, үткән йылдың иң ҙур теракттарының береһе 15 апрелдә Сүриәлә булды – унда 130-ҙан ашыу кеше һәләк булды. Клиплы фекерләүселәр һәләк булыусыларҙы һәм ҡаза күреүселәрҙе шул хаҡта уҡығанда ғына йәлләгәне көн кеүек асыҡ, сөнки ул яңылыҡтан һуң хис-тойғоларҙы башҡа тарафҡа йүнәлтеүсе башҡа мәғлүмәттәр пәйҙә була экранда... Ни өсөн шартлаған? Кемдәр һәләк булған? Ундай ваҡиғалар булмаһын өсөн нимә эшләргә – былары иһә бөтөнләй уйландырмай.
Клиплы фекерләү сир түгел, әммә ҡул һелтәп ҡуйырға ла ярамай – тормошто өҫтән-мөҫтән генә ҡабул иткән быуын үҫеп сығыу ҡурҡынысы янай. Тик бына нисек көрәшергә һуң? Йәнә белгестәр фекере: бер көн булһа ла телевизорһыҙ һәм Интернетһыҙ йәшәп ҡарағыҙ!
Донъянан артта ҡалмаҫ өсөн, тинек тә ул, тик бер парадокс та йәшәй был йәһәттән: иң ярлы һәм иң уңмаҫ кешеләр ҙә, иң уңышлы һәм иң байҙар ҙа клиплы фекерләүселәр рәтенә инмәй. Тик... икенселәре ошо һәләтте мәленә тура килтереп ҡуллана белә икән – айырма шунда ғына.
...Мәғлүмәт кенәме ни, шағирә Фирүзә Абдуллина әйтмешләй, көндәр үҙҙәре күҙ менән ҡаш араһында үткәндәй. Ҡасан үҙләштереп өлгөр ҙә ҡасан фекерҙәреңдең осона сыҡ. Ҡыҫҡаһы, тормош рекламалы клип түгел!..


Вернуться назад