Грантты кем отор?09.01.2018
Ошо көндәрҙә төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов республикалағы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы гранттарын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.


Документ дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауҙы, пропагандалауҙы һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Указға ярашлы, быйыл 1 ғинуарҙан башлап йыл һайын мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, спорт һәм йәштәр сәйәсәте, йәмәғәт ойошмаларының Башҡортостандың дәүләт телдәрен, республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәрен, шулай уҡ төбәктән ситтә башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса башланғыстарына булышлыҡ итеүгә 50 миллион һумлыҡ грант бүленә.
Башҡортостан Хөкүмәтенә Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде.


Вернуться назад