Намыҫһыҙҙарға кәртә ҡуйыла09.01.2018
Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһы тарафынан былтыр 15 декабрҙә ҡабул ителгән һәм Федерация Советы тарафынан 26 декабрҙә хупланған “Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 360-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль законға ҡул ҡуйҙы. Был закон сығарыу башланғысын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәҡдим иткәйне.
Закон хеҙмәт ҡануниәтенең үтәлешен пландан тыш тикшереү өсөн нигеҙ булған сәбәптәр исемлеген киңәйтә.
— Хеҙмәт инспекцияһы тарафынан эш биреүселәрҙе тикшереү өсөн нигеҙ булып торған сәбәптәр даирәһе әлегә тиклем ярайһы уҡ сикле ине. Намыҫһыҙ эшҡыуарҙар ҡануниәттәге ошо етешһеҙлектән файҙалана торғайны. Атап әйткәндә, улар кешеләрҙе хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштермәйенсә эшкә ала. Һөҙөмтәлә ҡартлыҡ буйынса пенсияға, сирләү осоро өсөн түләү, бәхетһеҙ осраҡтарҙан страховкалау, социаль тәьминәттең бүтән төрҙәре гарантияланмай, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Хеҙмәтсәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау өсөн Дәүләт Думаһына ошондай башланғыс менән мөрәжәғәт иттек. Закон проекты йылдам тикшерелде һәм Рәсәй парламентының ике палатаһында ла берҙәм хуплау тапты. Дәүләт башлығы ла теләктәшлек күрһәтте. Яңы законға илдең бөтә төбәктәрендә лә мохтаждар.