Һаман тәртип юҡ бында...09.01.2018
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың үткән йыл аҙағында уҙғарылған матбуғат конференцияһында, ғәҙәттәгесә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙе лә урап үтмәнеләр. Ил етәксеһе идарасы компанияларҙы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү схемаһынан айырырға тәҡдим итте.
Владимир Владимирович был ойошмаларҙың намыҫһыҙ эш итеүенә – халыҡтан йыйылған аҡсаны ресурс (газ, һыу, йылылыҡ һәм башҡалар) менән тәьмин иткән ойошмаларға үҙ ваҡытында һәм тулыһынса күсермәүе айҡанлы борсолоу белдерҙе. Уның әйтеүенсә, был эштең тейешенсә башҡарылыуын бер кем дә күҙәтмәй.
Статистика хәбәр итеүенсә, фатир хужаларының 95-97 проценты коммуналь хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшә. Торлаҡ йорттарға идара иткән компанияларҙың барыһы ла намыҫһыҙ тип булмай, әлбиттә. Ләкин, “бер тәртипһеҙ һыйыр бөтә көтөүҙе бысрата” тигән кеүек, аҡса йыйыу һәм күсереү сылбырында өҙөклөк тыуҙырған ойошмалар ҙа юҡ түгел. Һөҙөмтәлә был ресурс менән тәьмин итеүҙә ҡатмарлыҡтар тыуа.
Рәсәй Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры Евгений Богомольный белдереүенсә, коммуналь хеҙмәт өсөн һыу йәки йылылыҡ биреп торған ойошмаларға туранан-тура түләүгә күсеү проблеманы хәл итә алмаясаҡ. Бындай хеҙмәтләндереү өсөн ваҡытында түләмәүҙе ғәҙәт итеп алған ҡайһы бер фатир хужалары менән, мәҫәлән, торлаҡҡа идара итеү компаниялары үҙҙәре шөғөлләнә, кәрәк булғанда эште судҡа еткерә, ләкин энергетика йәки һыу-канализация ойошмаларының ундайҙар менән булашырға ваҡыты һәм тейешле белгестәре юҡ. Улар ошондай хужалар йәки башҡа төрлө бәхәсле мәсьәләләр менән шөғөлләнеү өсөн штатҡа юристар ҡабул итһә, бүтән төрлө өҫтәмә мәшәҡәттәрҙе иңдәренә алһа, был коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙе арттырмаҫмы?
Ил етәксеһе шулай коммуналь хеҙмәтләндереү хаҡының билдәләнгән норманан ашып китеүенә юл ҡуйылырға тейеш түгеллеген иҫкә төшөрҙө. Рәсәйҙең төҙөлөш министры Михаил Мень, үҙ сиратында, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәкселеге менән берлектә тиҙ арала ошо проблеманы хәл итеүгә тотонасаҡтарын белдерҙе. Эксперттар торлаҡ-коммуналь хужалыҡты тамырынан үҙгәртергә кәрәклеген билдәләй һәм унда йә дәүләт-хосуси эшмәкәрлеге булдырырға, йә концессия (айырым хоҡуҡтарҙы тапшырыу тураһындағы килешеү нигеҙендә эшләү) ысулын ҡулланырға тәҡдим итә.