Эшселәр кәрәк!09.01.2018
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов алып барған ултырышта эшсе һөнәрҙәрен әҙерләү мәсьәләһе тикшерелде. Профессиональ белем биреү ойошмаларында ошондай кадрҙар әҙерләү торошо тураһында республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова сығыш яһаны.

– Былтыр төбәктәге 55 профессиональ белем биреү ойошмаһы хеҙмәт баҙарын­да иң күп талап ителгән 50 һөнәр буйынса белгестәр әҙерләне, – тине министр.
Был уҡыу йорттары студенттары профессиональ оҫталыҡ конкурстарында ла һынатмай икән. V “Йәш профессионалдар” милли чемпионаты финалында, мәҫәлән, республикабыҙ һигеҙ алтын миҙал яуланы. Абу-Дабиҙа үткәрелгән WordlSkills Competion-2017 донъя чемпионатында Сибай күп профилле профессиональ колледжы студенты Рафаэль Яхин өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Башҡортостан “Рәсәй Федерация­һындағы заманса һанлы мәғариф мөхите” проектын тормошҡа ашырыуға ла әүҙем ҡушылды. Унда төбәктең алты һөнәри белем биреү ойошмаһы ҡатнаша. Күптән түгел һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында III Милли профессиональ оҫталыҡ чемпионаты үткәрелгәйне. Башҡортостан вәкилдәре унда ике алтын һәм ике бронза миҙал яуланы.


Вернуться назад